Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

1 мартта республика парламентының 49-сы ултырышы үтәсәк

Сәйәсәт

1 мартта Өфөлә дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 49-сы ултырышы үтәсәк. Закон сығарыусылар республика Хөкүмәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет менән танышасаҡ. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ ултырыштың көн тәртибендә «Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы тураһында»ғы республика закондары проекты ла күрһәтелгән. Ике проект та өсөнсө уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителә. Биш закон проектын Дәүләт Йыйылышы депутаттары икенсе уҡыуҙа ҡараясаҡ. Улар араһында «Башҡортостан Республикаһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Ҡиммәтле металдар һәм ҡиммәтле таштар тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында»ғы закон проекттары ла бар. Закон сығарыусылар иғтибарына тәүге тапҡыр «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законы проекты тәҡдим ителәсәк. Көн тәртибендәге тағы биш мәсьәлә федераль закон проекттарына ҡағыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть