Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

2020 йылдан Рәсәй ит һәм һөт менән үҙен үҙе тәьмин итә аласаҡ

Иҡтисад

Рәсәйҙә алдағы ике-өс йылда сусҡа итенә ихтыяж үҙебеҙҙә етештерелгән продукция иҫәбенә тәьмин ителәсәк. 2020 йылға, 2013-2020 йылдарға Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү дәүләт программаһы үтәлгәндә, ил тулыһынса үҙендә етештерелгән һөт һәм һыйыр ите менән тәьмин ителгән булырға тейеш. Был турала бөгөн Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй агар форумында РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник белдерҙе.

— Яңы дәүләт программаһы ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм көслө милекселәр класы булдырыу өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота, — тип хәбәр итте Елена Скрынник.

Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ауыл хужалығының табышлылығын һәм инвестицион күркәмлеген һаҡлау, шулай уҡ ауылдың социаль өлкәһен комплекслы үҫтереү әле әҙерләнгән дәүләт программаһының төп маҡсаттары итеп билдәләнгән.

Бынан тыш, аҙыҡ-түлек баҙары инфраструктураһын, фермерлыҡты һәм бәләкәй хужалыҡ формаларын үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияһын һәм аҙыҡ-түлекте экспортҡа оҙатыу, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәттәрен яңыртыу, ауыл хужалығында тотороҡһоҙ климат шарттарына бәйле хәүефтәрҙе кәметеүгә йүнәлтелгән стратегик саралар комплексын ғәмәлгә ашырыу яҡын аралағы өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть