7 декабрь, Шаршамбы

28 февраль 2012 йыл, 16:15

Силәбе өлкәһенең «Башҡорттар ҡоролтайы»нда Ватанды һаҡлаусылар тәбрикләнде

автор: Әлим Фәйезов

«Ватанды һаҡлаусылар – быуындар бәйләнеше» байрам сараһын Силәбе өлкәһенең «Башҡорттар ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы үткәрҙе. Сараға Силәбе, Миәс, Копейск ҡалаларынан, Арғаяш, Ҡонашаҡ һәм Сосновка райондарынан өлкән синыф уҡыусылары йыйылды. Улар алдында Афғанстанда һәм Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Яугирҙарға иҫтәлекле миҙалдарҙы Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Рафаэль Исхаҡов тапшырҙы.

Был көндө 23 ветеран награда алды, тип хәбәр иттеләр Силәбе өлкәһенең «Башҡорттар ҡоролтайы» ойошмаһынан.

Байрамға ватансы йәштәр йыйылғайны. Арғаяш районы егете Данил Ҡанафин әрмелә хеҙмәт итеүҙе, Ватанды һаҡлауҙы ысын ир-егеттәр бурысы тип һанай. Ҡонашаҡ районынан Рауил Ғәлиуллин хәрби хәрәкәттәр ветерандарынан уларҙың кисерештәре, стресты нисек йырып сығыуҙары хаҡында һорашты. Рауил үҙе лә хеҙмәт итергә теләй: «Армия тормош мәғәнәһен аңларға, үҙеңдең нимәгә әҙер булыуыңды асыҡларға ярҙам итә», — тип иҫәпләй ул.

Ветерандар үҙҙәре лә тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты. Ҡунашаҡтан Ринат Зарипов Афғанстанда хеҙмәт иткән. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән ул айырыуса ғорурлана. Был наградаға Ринат Рәжәп улы 1985 йылда яраланған иптәштәрен һуғыш яланынан алып сыҡҡаны өсөн лайыҡ булған. Әле ул район хакимиәтендә ойоштороу эштәре бүлеге начальнигы булып эшләй. Йәштәр эштәре буйынса бүлек менән берлектә төрлө хәрби-патриотик саралар үткәрә.

Полиция хеҙмәткәре Эдуард Ғәлимов Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән. Һуғыш тураһында һөйләргә яратмай, әммә иҫтәлекле миҙал алыуына бик шат булды. Байрамда уға үҙенең хеҙмәттәше Рәфҡәт Яруллинды осратыу бәхете лә тейҙе.

Ветерандарға иҫтәлекле миҙалдар тапшырып, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Рафаэль Исхаҡов уларҙың бындай хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе. Ул үҙе лә Афғанстанда хеҙмәт иткән. Туҡһанынсы йылдарҙа хеҙмәттәштәре уны йәмәғәт эшенә саҡырған.

Сара аҙағында барлыҡ ветерандарға һәм мәктәп уҡыусыларына «Башҡорттар ҡоролтайы» ойошмаһы иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Байрам күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.