Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала «Буласаҡ финансист» олимпиадаһында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү тамамлана

Иҡтисад

«Буласаҡ финансист» олимпиадаһы Башҡортостанда 1 мартта старт ала. Иҡтисади бәйгелә ҡатнашырға теләүселәрҙең заявка биреү өсөн ике көнө ҡала.

Иң яҡшы финанс баҙары белгесе исеменә республиканың төрлө уҡыу йорттарынан мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар Йәштәр финанс үҙәгенең www.mfc-ufa.ru сайтында теркәлә.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда бындай сара тәүгә ойошторола. Ул БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамы менән «Йәштәр фәне көндәре» республика фестивале сиктәрендә үткәрелә.

Олимиада ике этапта үтәсәк. 1-16 мартта һайлап алыу туры була, ҡатнашыусылар «StarMoney» виртуаль уйын терминалында үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк. Иң күп виртуаль капитал йыйыусы 30 конкурсант 28 мартта уҙғарыласаҡ финалға үтә. Унда ҡатнашыусылар финанс баҙары буйынса белемдәрен тикшерәсәк. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе приздар көтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть