11 декабрь, Йәкшәмбе

28 февраль 2012 йыл, 13:51

Благовещен арматура заводы хеҙмәткәренә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» исеме бирелде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Благовещен арматура заводы хеҙмәткәре Анатолий Киселев «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» исеменә лайыҡ булды. Тейешле указға 20 февралдә РФ Президенты Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы.

Был юғары исем Анатолий Киселевҡа машиналар эшләү өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелде.

Билдәләп үтергә кәрәк, был республика эшселәренең әлеге өлкәләге берҙән бер ҡаҙанышы түгел. Атап әйткәндә, яңыраҡ Дмитрий Медведев Указы менән бындай исем Өфө агрегат производство берекмәһе хеҙмәткәре Владимир Антипинға ла бирелде.