7 декабрь, Шаршамбы

28 февраль 2012 йыл, 13:31

Йылайыр районында Туған тел көнөнә ҡарата саралар үткәрелә

автор: Марина Шумилова

Йылайыр районында февралдә йола буйынса Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған саралар үткәрелә. Райондың барлыҡ дөйөм белем биреү учреждениеларында тематик линейкалар, йәш тел белгестәре араһында конкурстар, халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән асыҡ дәрестәр үткәрелде.

Шулай итеп, Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында «Һиңә туған телемдә өндәшәм» исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте, унда уҡыусылар менән остаздар ғына түгел, ветерандар, ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты. Гимназияла уҡыусылар үҙҙәренең йолалары тураһында һөйләне, туған телдә шиғырҙар уҡыны. Матрай урта мәктәбе уҡыусылары үҙенсәлекле концерт номерҙары күрһәтте, улар Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың бейеүҙәрен башҡарҙы. Бирҙәш урта мәктәбендә яҡташыбыҙ, сыуаш ғалим-телсеһе Г.Е.Корниловтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған конференция ойошторолдо. Сараға мәктәп уҡыусылары сыуаш теле диалекттары буйынса тикшеренеү эштәре әҙерләгән ине. Райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында шиғыр һөйләүселәр араһында конкурстар, Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы, туған телдәр буйынса тематик уйындар ойошторолдо.