8 декабрь, Кесе йома

28 февраль 2012 йыл, 13:06

Халыҡ-ара күҙәтеүселәр Әлшәй районының һайлау комиссиялары эшмәкәрлеге менән танышты

автор: Людмила Терновая

Халыҡ-ара күҙәтеүселәр — Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары бюроһы вәкилдәре Ханс Биргер Нареског (Швеция) һәм Людмила Блинова (Литва) Әлшәй районында булды, унда һайлау комиссияларының эшмәкәрлеге менән танышты.

Халыҡ-ара күҙәтеүселәр электрон тауыш биреү өсөн комплекстарҙың, шулай уҡ һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарының үткән һайлау кампанияларында ни тиклем уңышлы ҡулланылыуы хаҡында ҡыҙыҡһынды. Декабрҙә үткән һайлауҙарҙа бындай комплекстар Раевка ауылының биш һайлау участкаһында ҡулланылған. 4 мартта Сәпәш, Ҡыпсаҡ-Асҡар һәм Ыҫлаҡ ауылы һайлаусылары был комплекстарҙы ҡулланып тауыш бирәсәк. Халыҡ-ара күҙәтеүселәр участка һәм территориаль һайлау комиссияларының һаны менән дә ҡыҙыҡһынды.

Әлшәй районында 4 мартта 49 участка һайлау комиссияһы эшләйәсәк. Комиссияла һайлау эше буйынса тәжрибәле кешеләр булыуға ҡарамаҫтан, Президент һайлауҙарына әҙерелек барышында барлыҡ белгестәр ҙә квалификация күтәреү буйынса семинарҙарҙа һәм кәңәшмәләрҙә ҡатнашты. Мәғлүмәти, методик һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү маҡсатында рәйестәр һәм секретарҙар өсөн дә уҡыуҙар үткәрелде.

Бөгөнгө көнгә тауыш биреү өсөн барлыҡ бүлмәләр ҙә һайлауҙарҙы үткәреү өсөн әҙер. Участкаларҙа комиссия ағзаларының дежурлығы ойошторолған, мәғлүмәти стендтар әҙерләнә. Райондың һайлаусылар исемлегендә йәмғеһе 32 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.

Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рәйлә Шафиҡова участка комиссиялары алдында уларҙың участкаһында нисә физик мөмкинлектәре сикләнгән кеше булыуын һәм уларҙың нисек тауыш бирәсәген асыҡлау бурысы тороуы хаҡында әйтте. Тауыш биреү урындарына килә алмаған һайлаусылар өсөн был процедураны өйҙә үткәреү өсөн шарттар булдырыласаҡ. Йәшәү урыны буйынса тауыш бирә алмаған кешеләр исемлеге лә әҙерләнә. 28 февралгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Әлшәйҙә районға бүленгән 800 теркәүҙән төшөрөү таныҡлығынан 778-е таратылған.

темалар: һайлауҙар