5 декабрь, Дүшәмбе

28 февраль 2012 йыл, 13:00

Рөстәм Хәмитов «ғәйәт ҙур һөҙөмтәлелек»кә эйә лоббистар араһында үҙенең рейтингын күтәрҙе

автор: Әлим Фәйезов

«Независимая газета»ның заказы буйынса иҡтисади яңылыҡтар агентлығы билдәле структуралар, тармаҡтар, төбәктәр һәм йәмғиәт ҡатламдарының мәнфәғәтен сағылдырған проекттарҙы алға һөрөүгә йүнәлтелгән коммерция һәм дәүләт структуралары вәкилдәре, депутаттар эшмәкәрлегенең ни ҡәҙәр һөҙөмтәле булыуына сираттағы тикшеренеү үткәрҙе. Бында чиновниктарҙы һәм депутаттарҙы һатып алыу түгел, ә мәҙәниәтле эшмәкәрлек алып барыу тураһында һүҙ бара. Тикшеренеү ағымдағы йылдың ғинуар айы йомғаҡтары буйынса үткәрелгән. Эксперттар төркөмөнә Сергей Марков (Сәйәси тикшеренеүҙәр институты), Андрей Нечаев (Рәсәй финанс корпорацияһы), Вячеслав Никонов («Политика», «Русский мир» фондтары), Виктор Ермаков (Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү агентлығы), Николай Вардуль («Финансовая газета», «Новая газета»); Валерий Хомяков (Милли стратегия буйынса совет), Игорь Харичев (Ғәмәли һайлау технологиялары үҙәге), Михаил Сергеев («Независимая газета»), Алексей Зудин (Рәсәй Сәйәси конъюнктура үҙәге), Марк Урнов («Экспертиза» аналитик программалар фонды), Юрий Бондаренко («Возвращение» фонды), Александр Тутушкин (аналитик), Сергей Туранов (Иҡтисади яңылыҡтар агентлығы), Шод Муладжанов («Московская правда»), Юрий Якутин («Экономика и жизнь») һәм башҡалар инә.

Ошо ғинуарҙағы тикшеренеү йомғаҡтары буйынса «ғәйәт ҙур һөҙөмтәлелек»кә эйә лоббистар-төбәк лидерҙары араһында Мәскәү мэры Сергей Собянин беренсе урында килә, быйыл ғинуарҙа уның рейтингы 4,61-ҙе тәшкил итте (былтыр декабрҙә 4,65-кә тиң ине). Икенсе урында – Санкт-Петербург губернаторы Георгий Полтавченко (4,44 һәм 4,41), өсөнсөлә Төмән өлкәһе губернаторы Владимир Якушев (4,26 һәм 4,28) тора. Дүртенсе һәм бишенсе урынды – Чечня Президенты Рамзан Кадыров менән Краснодар крайы губернаторы Александр Ткачев, ә алтынсы-етенсе урындарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Чукотка башлығы бизнесмен Роман Абрамович бүлешә. Шул уҡ мәлдә Рөстәм Хәмитов үҙенең рейтингын былтыр декабрҙәге  4,10-дан быйыл ғинуарҙа 4,12-гә тиклем яҡшыртты. Был «Ғәйәт ҙур һөҙөмтәлелек»кә эйә лоббистар төркөмөндә Башҡортостан Президенты рейтинг буйынса «көслө һөҙөмтәлелек» төркөмө лоббистарын — Татарстан Президенты Рөстәм Миңнехановты (3,94), Түбәнге Новгород һәм Кемерово өлкәһе губернаторҙары Валерий Шанцев менән Аман Тулеевты (3,81), шулай уҡ Свердловск өлкәһе губернаторы Александр Мишаринды (3,57) уҙып китте.