6 декабрь, Шишәмбе

28 февраль 2012 йыл, 11:55

1 мартта Өфөлә һайлау тематикаһы буйынса викторинала еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтәсәк

автор: Мәүлиҙә Яҡупова

1 мартта Өфөлә һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы һорауҙары буйынса викторинала еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтәсәк.  Викторина Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағында республиканың йәштәр баҫмалары — «Молодежная газета», «Өмет», «Йәшлек» гәзиттәре менән үткәрелде. Хоҡуҡи мәҙәниәт кимәлен арттырыу, йәштәрҙә һайлауҙарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу сараның төп маҡсаты булып торҙо.

Бәйгелә республиканың төрлө төбәктәренән йәштәрҙең ҡатнашыуы ҡыуандыра, был, әлбиттә, баҫмаларҙың да популяр булыуы хаҡында һөйләй.

Конкурс комиссияһы йәмғеһе 40 эш ҡабул итте. Әйткәндәй, Дума һайлауҙарына бағышланған викторинала ла шул сама ҡатнашыусы булғайны. Сарала йәштәрҙең генә түгел, өлкәндәрҙең, пенсионерҙарҙың, хатта 5 синыф уҡыусыларының да әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандырмай ҡалманы. Бәйге шарттарына ярашлы, викторинала Башҡортостанда йәшәүсе 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша алды. Шуға күрә комиссия йәштәр баҫмаларына сарала ҡатнашыусы ҡайһы бер гәзит уҡыусыларҙы үҙҙәренә билдәләргә тәҡдим иттте.

темалар: һайлауҙар