9 декабрь, Йома

28 февраль 2012 йыл, 11:43

«Ауылды социаль үҫтереү» программаһы арҡаһында 230 меңдән ашыу рәсәйле өй туйлаған

автор: Галина Бахшиева

«Ауылды социаль үҫтереү» айырым маҡсатлы федераль программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып Рәсәйҙә ауыл халҡы өсөн 15,6 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән йәки һатып алынған. Шуларҙың 4,4 миллион «квадратын» йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр алған.

— 2003 йылдан алып илдә ғәмәлгә ашырылған «Ауылды социаль үҫтереү» федераль программаһы арҡаһында ауылдарҙа йәшәгән 232,5 мең граждан, шул иҫәптән 74,5 мең йәш ғаилә һәм белгес үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, — тип хәбәр итте кисә Өфөлә барған Бөтә Рәсәй аграр форумында статс-секретарь, Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Александр Петриков.

Александр Петриков әйтеүенсә, инженерлыҡ инфраструктураһын үҫтереү буйынса саралар сиктәрендә Рәсәйҙә 2003 йылдан 2011 йылға тиклем 54 мең километрҙан ашыу газ бүлеү селтәрҙәре сафҡа индерелгән. Ошо уҡ мәлдә илдең торлаҡ фондын газификациялау күләме ауыл ерендә 2002 йылдағы 33,1 проценттан 2011 йылда 52,7 процентҡа тиклем артҡан.

Бынан тыш, программа тормошҡа ашырылған осорҙа Рәсәйҙә ауыл халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеү күләме лә артҡан һәм әле 54 проценттан ашыуыраҡты тәшкил итә. 2002 йылда был күрһәткес илдә 40,7 процентҡа тиң ине.