3 декабрь, Шәмбе

28 февраль 2012 йыл, 11:23

Ауыр йөк машиналарына ямғырҙа һәм эҫелә йөрөү тыйылды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Рәсәй Федерацияһының Федераль юл агентлығы (Росавтодор) йөк машиналарына эҫелә йөрөүҙе тыйҙы. Тейешле бойороҡ юл  ведомствоһы сайтында баҫылған.

Сикләү 20 майҙан 31 авгусҡа тиклем һауа температураһы 32 градустан ашҡан осраҡта ғәмәлдә буласаҡ.

«Тыйыу дөйөм файҙаланыуҙағы асфальт-бетон япмалы федераль трассаларға, шулай уҡ «Рәсәй автомобиль юлдары» дәүләт компанияһына ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә идара итеүгә тапшырылған юлдарға ҡағыла, — тип билдәләнеләр Федераль юл агентлығында.

Был сара юл япмаларын һаҡлау маҡсатында ҡабул ителгән. Ошоно уҡ күҙ уңында тотоп, яҙғыһын Рәсәйҙә, ғәҙәттәгесә, ауыр йөк тейәгән транспорт сараларына ҡаты япмалы юлдарҙан хәрәкәт итеү тыйыла. Сикләү ваҡытын төбәктәр, һауа торошона ҡарап, үҙ аллы билдәләй, ҡағиҙә булараҡ, был апрель-май айҙарына тура килә.