Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Башҡортостандың транспорт ойошмалары вәкилдәре кәңәшмә үткәрҙе

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында бөгөн төбәктең транспорт ойошмалары вәкилдәренең кәңәшмәһе үтте. Унда «Өфө» халыҡ-ара аэропорты, Башҡортостан йылға пароходсылығы, «Башавтотранс» предприятиеһы етәкселәре ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар алдында РФ Милли тимер юлсылар союзы президенты Юрий Бусыгин сығыш яһаны. Тимер юл хеҙмәткәрҙәренең мәнфәғәттәре дәүләт власы органдарында тулыраҡ тәҡдим ителһен өсөн уларҙың тырышлыҡтарын берләштереү мәсьәләһе тикшерелде. Айырыуса иғтибар Башҡортостандың транспорт селтәрен үҫтереүгә йүнәлтелде.

Сарала ҡатнашыусылар резолюцияла республиканың төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш райондарының, шулай уҡ Өфөнөң юл инфраструктураһын үҫтерергә ниәтләүҙәрен белдерҙе, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлы Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть