3 декабрь, Шәмбе

28 февраль 2012 йыл, 10:57

Өфө хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығында межалау һәм ҡала биләмәһен планлаштырыу проекттары ҡаралды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығында сираттағы йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Тыңлауҙарға килгәндәр Дим районындағы Кустаревское күленән көнсығыштараҡ урынлашҡан биҫтә составындағы 1-се кварталды межалау проектын ҡараны. Шулай Салауат Юлаев проспекты, Ҡариҙел йылғаһы, урман массивы, С.Перовская, С.Кувыкин, Менделеев урамдары сиктәрендәге террриторияны планлаштырыу проекты ҡаралды.

Башҡортостандың баш ҡалаһының Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 1-се квартал территорияһы 12,33 гектарҙы тәшкил итә, халыҡ иҫәбе – 4348 кеше. Проектҡа ярашлы кварталдың дөйөм төҙөлөш фонды 225,59 мең кв. метрға тиң.      

Икенсе проекттың территорияһы – 881 га. Был майҙанда 34 мең кеше йәшәй. Техник-иҡтисади күрһәткестәр буйынса яңы төҙөлөш 40 мең кв.метрҙы тәшкил итә.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, йәмәғәт тыңлауҙары йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар, юридик нормалар менән билдәләнеүенсә, тәҡдим-кәңәш булараҡ ҡарала. Шулай итеп, йәмәғәт тыңлауҙарында бирелгән һорауҙар буйынса әйтелгән фекерҙәр, шулай уҡ ҡала округы советы адресына килгән яҙма тәҡдимдәр иғтибарға алына. Өфө хакимиәте башлығы менән һуңғы ҡарар ҡабул ителгәндә иһә улар барыһы ла иҫәпкә алынасаҡ.