10 декабрь, Шәмбе

28 февраль 2012 йыл, 10:27

Өфөлә Рәсәй аграрийҙары «Ауылды социаль үҫтереү» программаһын финанслауҙы арттырырға тәҡдим итә

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй аграр форумында ҡатнашыусылар «2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһын финанслау күләмен арттырырға тәҡдим итте.

Төбәктең агросәнәғәт комплексы вәкилдәре фекеренсә, был тәү сиратта ауыл халҡының, шул иҫәптән ауылда эшләүсе йәш ғаиләләрҙең һәм йәш белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сараларға ҡағыла.

Программаны финанслау күләмен 2012 йылда 4,5 миллиард һумдан 7 миллиардҡа тиклем арттырырға тәҡдим ителә. 2013 йылда был күрһәткесте 9 миллиард һумға тиклем еткерергә планлаштырыла.

Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше һәм агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар һүҙҙәренсә, бюджеттан бүленгән аҡсалар күләмен арттырыу ауылда йәшәүсе яҡынса 45 ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Бынан тыш, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре федераль программаға ауылдарҙа балалар баҡсаларын төҙөү (реконструкциялау) буйынса сараларҙы индерергә тәҡдим итте. 2013 йылда был маҡсаттарға 1 миллиард һум кәрәк буласаҡ.

Шулай уҡ «2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһында пилот проекттар сиктәрендә ауылдарҙа комплекслы төҙөлөш алып барыуға һәм уларҙы төҙөкләндереүгә алдағы йылда федераль ҡаҙнанан 2 миллиард һум аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тотоу тәҡдим ителә. Был 24 ауылда комплекслы төҙөлөш эштәрен бойомға ашырырға мөмкинлек бирәсәк.

Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Александр Петриков һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта, ауылдарҙа комплекслы төҙөлөш алып барыуға һәм уларҙы төҙөкләндереүгә ярҙам итеү буйынса саралар сиктәрендә, 31 пилот проекты тормошҡа ашырыла башлаған, уларҙың 15-е тамамланған да инде.

— Рәсәйҙәге ауылдарҙы һаҡлап ҡалмайынса һәм уларҙы үҫтермәйенсә тороп, илебеҙҙе һаҡлап ҡалып булмаясаҡ. Проблемалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле бик күп. Бының өсөн ауылды үҫтереү программаларын ресурстар менән тәьмин итеү сығанаҡтарын бергә туплау зарур. Шулай уҡ ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса власть, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволарҙың тырышлыҡтарын координациялау мөһим. «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программа менән бер рәттән Рәсәй субъекттарында ла бындай программаларҙың булдырылыуын көтәбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Петриков.