Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Стәрлетамаҡта «Уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар йондоҙлоғо» ҡала конкурсы үтте

Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта «Уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар йондоҙлоғо» асыҡ ҡала конкурсы үтте. Унда Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларынан төрлө һөнәргә эйә булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Конкурсанттар эссе һәм видеороликтан торған йәмғеһе 12 презентация эшен тәҡдим итте.  

Конкурсты ойоштороусылар араһында — ҡала округы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының «Уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Талантлы һәм уңышлы гүзәл зат вәкилдәрен асыҡлау, етәксе ҡатын-ҡыҙҙар эшмәкәрлеге, уларҙың ҡаҙаныштары тураһында йәмәғәтселек араһында яҡшы фекер тыуҙырыу – был конкурстың төп маҡсаты.

Конкурста ҡатнашыусылар «Мине борсой… Мин тәҡдим итәм» темаһына сығыш яһап, үҙҙәрен борсоған проблемалар тураһында һөйләне һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте. Ә видеороликтар гүзәл ханымдарҙың тормошона һәм ижадына арналғайны.

Ҡала хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештәр бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәрҙең исемдәре Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта аталасаҡ. Ул 6 мартта Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть