10 декабрь, Шәмбе

28 февраль 2012 йыл, 9:04

Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумы үтә

автор: «Башинформ»

Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумы үтә. Унда ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең бөтә субъекттарынан 800-ҙән ашыу делегат килгән. Форумда аграр тематикаға бәйле бөтә төр мәсьәләләр ҡарала, ауылда социаль-иҡтисади сәйәсәттең төп проблемалары тикшерелә.

Кисә, форумдың беренсе көнөндә, төрлө майҙансыҡтарҙа биш түңәрәк өҫтәл үтте.  «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше һәм агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү», «Ауылда бәләкәй хужалыҡ формаларын һәм кооперацияны үҫтереү» кеүек темалар ҡаралды. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бинаһында «Агросәнәғәт комплексын технологик яҡтан яңыртыу» һәм «Ауыл хужалығы страховкалауын үҫтереү» кеүек темаларға түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелде. «Ауыл хужалығында ер мөнәсәбәттәрен көйләүгә бәйле хоҡуҡи мәсьәләләр» темаһы иһә БР Ауыл хужалығы министрлығында тикшерелде.

Бөгөн, 28 февралдә, Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник 2013-2020 йылдарға Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү дәүләт программаһы буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрәсәк.

Форумдың пленар ултырышы Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков ҡатнашлығында көндөң икенсе яртыһында Конгресс-холда үтәсәк. Форум резолюция ҡабул итеү менән тамамланасаҡ.

Бөтә Рәсәй аграр форумы сиктәрендә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайындағы һәм Конгресс-холдағы күргәҙмәләрҙә Башҡортостан предприятиеларында етештерелгән тауарҙар экспозицияһы тәҡдим ителәсәк.