9 декабрь, Йома

27 февраль 2012 йыл, 17:35

Спорт туризмы буйынса Башҡортостан чемпионатында БДАУ туристары иң яҡшылары тип танылды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт аграр университеты командаһы спорт туризмы буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатында (2011-2012 йылдар миҙгеле) үткән йылдың авгусында үткәрелгән Алтай буйлап тау походы өсөн беренсе урын яуланы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.

БДАУ туристары Руслан Зубаиров етәкселеге аҫтында Көньяҡ-Алтай һыртындағы ике үткәүел аша беренсе булып үткән. Хаҡлы рәүештә улар был үткәүелдәргә «Башҡорт дәүләт аграр университеты» (3152 м) һәм «Терра-Өфө» (3111 м) исемдәрен биргән. Дөйөм алғанда, БДАУ командаһы боҙлоҡтар, һаҙлыҡтар, тау-таштар араһынан 180 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы ауыр юл үткән, сәфәр барышында боронғо мәҙәни ҡомартҡыларға тап булған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо уҡ сәфәр өсөн юғары уҡыу йорто командаһы Урал һәм Волга буйы чемпионатында тәүге өс лидер иҫәбенә инде.

темалар: туризм,вуздар