11 декабрь, Йәкшәмбе

27 февраль 2012 йыл, 16:24

Ваҡлап сауҙа итеүсе компаниялар ассоциацияһы менән БР Ауыл хужалығы министрлығы тармаҡ килешеүенә ҡул ҡуйҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ваҡлап сауҙа итеүсе компаниялар ассоциацияһы менән Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы бөгөн, 27 февралдә, хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ул эре сауҙа селтәрҙәре менән урындағы ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре араһында хеҙмәттәшлек булдырыуға йүнәлтелгән. Өфөлә асылған Бөтә Рәсәй аграр форумындағы был тәүге килешеү.

Документҡа БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов һәм Ваҡлап сауҙа итеүсе компаниялар ассоциацияһы Президиумы рәйесе Илья Якубсон ҡул ҡуйҙы. Ҡул ҡуйыу тантанаһы X5 Retail Group вәкилдәре һәм Башҡортостандың 80 ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре менән алып барылған һатып алыу сессияһы сиктәрендә үтте.

— Ваҡлап сауҙа итеүсе компаниялар ассоциацияһы менән төбәктәге тармаҡ министрлығы араһында бындай килешеүгә тәүге тапҡыр ҡул ҡуйыла, — тип Милли һөт етештереүселәр союзы рәйесе Андрей Даниленко был ваҡиғаның әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ул осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы, «аралашсылар институтынан ҡотолоп, тура һатып алыуҙарҙы формалаштырыуға старт бирәсәк»  диалогҡа саҡырҙы. Өфө тап ошоноң өсөн төп майҙансыҡ итеп һайланған да инде.

Һатып алыу сессияһы дауамында Рәсәйҙәге иң ҙур X5 Retail Group сауҙа селтәренең презентацияһы үтте. Корпоратив мөнәсәбәттәр буйынса директор Михаил Сусов әйтеүенсә, ул Рәсәйҙең сауҙа баҙарының 5,8 процентын биләй. Компанияға «Пятерочка», «Перекресток», «Патерсон», «Карусель» магазиндары селтәрҙәре инә.

Түңәрәк өҫтәл артында селтәрҙәрҙең ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре күтәрелде. Атап әйткәндә, магазин кәштәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы арттырыу мөмкинлеге тикшерелде. Шул уҡ ваҡытта сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре, илебеҙҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүен һәм Таможня союзы килешеүҙәрен иҫәпкә алып, поставкалаусыларҙың иғтибарын тауар сифатына һәм уларҙың конкурентлыҡҡа һәләтлелегенә йүнәлтте.

Илья Якубсон сауҙа селтәрҙәрендә ватан аграрийҙарына ярҙам саралары, аныҡлап әйткәндә, магазиндарҙа фермерҙар өҫтәле ойоштороу, туранан-тура контракттар төҙөү һәм һатып алыу сессиялары үткәреү практикаһы тураһында һөйләне.

Тармаҡ союздары киң йәмәғәтселек иғтибарына Намыҫлы практикалар кодексын тәҡдим итте. Был тауар менән тәьмин итеүселәр һәм сауҙа селтәрҙәре өсөн мотлаҡ иҫәпләнгән норматив булмаған йөкләмәләр йыйылмаһы. Ошо рәүешле ҡулланыусылар баҙары дәүләт ҡатнашлығынан тыш әкренләп үҙ-үҙен көйләүгә күсәсәк. Кодекста поставкалаусыларҙың һәм һатыусыларҙың выжданлылыҡ принциптары,  поставкалау сылбырындағы сығымдарҙы ҡулайлаштырыу, әхлаҡ ҡағиҙәләрен күҙәтеү һәм баҙарҙа конкурентлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм иң мөһиме – һатып алыусыларҙы сифатлы тауарҙар менән тәьмин итеү тураһында яҙылған.