Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт академия драма театрында әҙәби-драматик кисә үтәсәк

Йәмғиәт

Билдәле шағир һәм драматург Рафаэль Сафиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған «Ерем моңо» исемле әҙәби-драматик кисә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 29 февралдә үтәсәк.

Билдәле шағир һәм драматург Рафаэль Сафинға 16 февралдә 80 йәш тулыр ине. Ул «Йәнбикә», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Тилекәй» пьесалары авторы. Башҡорт академия драма театры уларҙы 70-се йылдарҙа сәхнәләштергән.

«Йәнбикә» поэмаһы – Сафинды драматург булараҡ танытҡан уның беренсе пьесаһы. Шағир булараҡ, Рафаэль Сафин башҡорт һәм рус телдәрендә 15-тән ашыу китап сығарған.

Белешмә өсөн. Рафаэль Сафин Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында тыуған. А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. Гәзит һәм журнал редакцияларында эшләй, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары була. 1956 йылда уның тәүге йыйынтығы донъя күрә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть