4 декабрь, Йәкшәмбе

27 февраль 2012 йыл, 15:51

Виктор Пчелинцев, Рима Баталова һәм Айрат Шаммазов баҡалылар менән осрашты

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Виктор Пчелинцев, «Баҡалы яҡташтар берлеге» рәйесе, Паралимпия комитеты вице-президенты, ДәүләтДумаһы депутаты Рима Баталова һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, ӨДНТУ ректоры Айрат Шаммазов Баҡалы районының йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты. Сара райондың Мәҙәниәт йортонда үтте.

Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Виктор Пчелинцев республиканың социаль-иҡтисади күрһәткестәре, киләсәккә төп бурыстар тураһында һөйләне. Виктор Пчелинцев күп кенә социаль-етештереү күрһәткестәре буйынса Баҡалы районында ыңғай йылдамлыҡтың күҙәтелеүе хаҡында әйтте. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса район Башҡортостандың 54 төбәге араһында 15-се урында тора.

Осрашыу барышында «Баҡалы яҡташтар берлеге» йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге хаҡында ла һүҙ булды. Ойошма 10 йылдан ашыу эшләп килә. Төрлө проекттарҙа ҡатнашып, берләшмә ағзалары районға һәр яҡлап ярҙам итә. Шулай итеп, ӨДНТУ ректоры Айрат Шаммазов ярҙамы менән Ҡуштирәк ауылы мәктәбендә заманса мультимедиа класы асылды. Класты ремонтлауға һәм уны йыһазландырыуға 1 миллион 300 мең һум аҡса тотонолған. Бынан тыш, ауыл халҡын компьютерҙа эшләү нигеҙҙәренә өйрәтеү өсөн дә аҡса бүленгән.

Осрашыуҙа баҡалылар район халҡын борсоған һорауҙар бирҙе. Мирзаһит ауылы халҡы республика һәм район етәкселегенә ошо көндәрҙә йорттарға ебәрелгән «зәңгәр яғыулыҡ» өсөн рәхмәт әйтте. Кешеләр биатлон үҙәген төҙөп бөтөү сроктары менән ҡыҙыҡһынды. Райондың спорт комитеты рәйесе был мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ итеүҙе һораны. Ҡуштирәк ауылы советы хакимиәте башлығы райондың төпкөл ауылдарына автобустарҙың барып етмәү мәсьәләһен ҡуҙғатты. Барлыҡ һорауҙар ҙа контролгә алынды. Осршыу «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең концерты менән тамамланды.