4 декабрь, Йәкшәмбе

27 февраль 2012 йыл, 15:06

ӨДАТУ-ла Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажы менән радиобәйләнеш ойошторолдо

автор: Эльмира Сабирова

Халыҡ-ара йыһан станцияһының 29/30-сы экспедицияһы экипажы менән радиобәйләнештә студенттарҙың «Инфокосмос» конструкторҙар бюроһы менән ойошторолған махсус конкурста еңеүсе студенттар һәм мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Өфө дәүләт авиация техник университетының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, һөйләшеү 15 минут дауам итте, әммә был ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йәштәр күп кенә һорауҙар биреп өлгөрҙө.

— Мәҫәлән, улар ҡояш активлығы ваҡытында йыһанда нимәләр күреп булыуы хаҡында һораны, ауырлыҡ юғалтыу шарттарында үҫемлектәрҙең үҫеү-үҫмәүе, кешеләрҙең ҡан баҫымы, йыһанда интернеттың булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды, хатта космонавтарҙың 23 февраль байрамын нисек билдәләүен һораны уҡыусылар, — тине Өфө дәүләт авиация техник университетының матбуғат үҙәге етәксеһе Елена Каткова. – Экипаждың борт инженеры Антон Шкаплеров уҡыусылар менән күңелле итеп аралашты (кәйефенең көр булыуы һиҙелә ине) һәм студенттарға – яҡшы билдәләр, уҡытыусыларға түҙемлек теләне. Шулай уҡ ул Ергә әйләнеп ҡайтҡас, университетҡа ҡунаҡҡа килергә һүҙ бирҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, радиобәйләнеш Өфө дәүләт авиация техник университетының телекоммуникацион системалар кафедраһында үтте.