8 декабрь, Кесе йома

27 февраль 2012 йыл, 14:12

Өфөлә иң яҡшы һөт етештереүсе билдәләнәсәк

автор: Розалия Вәлиева

Һөт продукцияһы етештереүселәре араһында «Ҡулланыусылар ышанысы» билдәһе өсөн ҡала конкурсының икенсе этабы 29 февралдә Өфө гипермаркеттарының береһенең сауҙа залында үтәсәк. Бында урындағы етештереүселәрҙең һөтөн һәм һөт продукцияһын дегустациялау үткәреләсәк.  

Беренсе этапта халыҡтан анкета һорауҙарына яуаптар алынып, уның барышында Өфө халҡының ҡайһы етештереүсегә өҫтөнлөк биреүе асыҡланды.

— Иң күп тауыш йыйған предприятиеларҙың продукцияһы дегустацияға тәҡдим ителәсәк, иң яҡшыларын һатып алыусылар һайлаясаҡ, — ти ҡала хакимиәтенең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге начальнигы Зифа Фазлиәхмәтова. — Бынан һуң продукция лабораторияға экспертизаға ебәреләсәк, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡайһы Башҡортостан предприятиеһында республикалағы иң яҡшы һөт етештерелеүе асыҡланасаҡ.

«Ҡулланыусылар ышанысы» билдәһенә лайыҡ булыусылар Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнөн алдынан 15 мартта билдәле буласаҡ.