7 декабрь, Шаршамбы

27 февраль 2012 йыл, 13:06

Өфөлә Роберт Заһретдинов «Башҡорт өзләүе мәктәбе» китабының презентацияһын үткәрәсәк

автор: Любовь Колоколова

Шаршамбы, 29 февралдә, «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында (Октябрь проспекты, 2) билдәле ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов менән осрашыу үтәсәк. Автор «Башҡорт өзләүе мәктәбе» китабының презентацияһын үткәрәсәк, бынан һуң башҡорт өзләүе тураһында һөйләйәсәк.

Роберт Заһретдинов – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ һәм РБ мәғариф отличнигы, халыҡ-ара өзләү фестивалдәрендә еңеүсе, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» халыҡ-ара конкурсында биш тапҡыр лауреат исемен яулаусы. «Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе» китабы өсөн Д.Сорос исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ булды.

Сара 16.00 сәғәттә башлана.