7 декабрь, Шаршамбы

27 февраль 2012 йыл, 12:38

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия тапшырыу тантанаһы үтәсәк

автор: Марина Шумилова

27 февралдә Күгәрсен районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Йола буйынса премиялар Туйымбәт ауылында, яҙыусының йорт-музейында тапшырыласаҡ.

2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса З.Биишева исемендәге әҙәби премияға түбәндәгеләр лайыҡ булды: билдәле шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Таһирова Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады тураһындағы телевизион тапшырыу әҙерләгәне, шулай уҡ халыҡ яҙыусыһына арналған мәҡәлә һәм хәтирәләр, шиғырҙар һәм сонеттар өсөн; филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр «Арҙаҡлы башҡорттар» китабы өсөн, унда Зәйнәб Биишева тураһында ла мәҡәлә бар; рәссам-биҙәүселәр Наил Шакиров һәм Анфиса Шакирова Мораҡ ауылындағы тарихи-крайҙы өйрәнеү, Хоҙайбирҙин ауылында урынлашҡан Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһындағы З.Биишева исемендәге музейҙарҙың эскиз проекттарын һәм художестволы концепцияһын әҙерләгәне өсөн.

Зәйнәб Биишева исмендәге әҙәби премия 2000 йылда Күгәрсен районы хакимиәте менән булдырылды. Был ваҡыт эсендә 29 яҙыусы, шағир, ғалим, сәнғәт эшмәкәре, мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы һәм крайҙы өйрәнеүсе уның лауреаты булды.