5 декабрь, Дүшәмбе

27 февраль 2012 йыл, 12:11

«Өфө трикотажы» «Текстильлегпром» федераль күмәртә йәрминкәһендә ҡатнаша

автор: Галина Бахшиева

28 февралдән 2 мартҡа тиклем Мәскәүҙә «Текстильлегпром» 38-се федераль күмәртә күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк. Унда «Өфө трикотажы» компанияһы (Өфө трикотаж фабрикаһы) ла ҡатнашасаҡ. Башҡортостан предприятиеһы күргәҙмәлә үҙенең «Яҙ-2012» тип аталған яңы кейем коллекцияһын тәҡдим итергә ниәтләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Өфө «трикотажкаһы» былтыр көҙ 37-се «Текстильлегпром-2011» федераль күмәртә күргәҙмә-йәрминкәһе дипломанты булғайны. Ул ваҡытта Өфө модельерҙары менән ижад ителгән яңы көҙгө-ҡышҡы трикотаж коллекцияһы уға «Текстильлегпром»да иң яҡшыларҙың береһе булырға ярҙам итте.

«Текстильлегпром» федераль текстиль һәм еңел сәнәғәт тауарҙары һәм ҡорамалдары күмәртә йәрминкәһе  — был тематика буйынса махсуслашҡан Рәсәйҙәге иң ҙур сара. Ул туҡыу, еңел сәнәғәт һәм уларға ҡағылышлы башҡа тармаҡтарҙың бөтә төр тауарҙарын күрһәтеүсе бер нисә салондан тора.

«Текстильлегпром» күмәртәләп һатыу йәрминкәһе башлыса ватан производствоһын үҫтереүгә һәм Рәсәй тауарҙары баҙарын формалаштырыуға йүнәлтелгән. Шуға ла ҡатнашыусыларҙың күбеһе — Рәсәй предприятиелары.

Йола буйынса федераль күмәртә күргәҙмә-йәрминкәһе Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Мәскәү хөкүмәте, шулай уҡ Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы ҡанаты аҫтында үтәсәк.