Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.12 ↑

EUR 69.76 ↓

21 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә яңы почетлы исем биреләсәк

Сәйәсәт

6 мартта «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законының 2-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында»ғы республика законы үҙ көсөнә инде. Ул төбәктең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 48-се ултырышында ҡабул ителде.

Законға ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә (улар Башҡортостанда 100 меңгә яҡын кеше) «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» исеме биреләсәк. Бығаса был өлкә белгестәренә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре» исеме бирелгәйне. Республикала яңы почетлы исем булдырыу торлаҡ-коммуналь өлкәләге һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть