6 декабрь, Шишәмбе

27 февраль 2012 йыл, 11:35

Өфөнөң вакансиялар банкында 14200 самаһы буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бар

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә бөгөн рәсми рәүештә 8700-ҙән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә. Шул уҡ мәлдә әлеге ваҡытта баш ҡаланың вакансиялар банкында 14200 самаһы буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бар, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән.

Тимәк, Башҡортостандың баш ҡалаһында бер вакансияға әүәлгесә берәүҙән дә аҙыраҡ, аныҡлап әйткәндә, 0,65 кеше дәғүә итә. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Өфөлә эшһеҙлек кимәле 1,57 процентты тәшкил итә.  

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә бөгөн йәмғеһе 9200-ҙән ашыу кеше иҫәптә тора. Шуларҙың 300-ҙән ашыуы бөгөнгө көндә хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡыуын дауам итә.