4 декабрь, Йәкшәмбе

27 февраль 2012 йыл, 11:10

Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумы асыла

автор: Ғәлиә Нәбиева, Любовь Колоколова

Бөгөн, 27 февралдә, Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумы асыла. Унда ҡатнашыу өсөн барлыҡ Рәсәй субъекттарынан 800-ҙән ашыу делегат йыйыласаҡ. Форумда аграр тематикаға бәйле бөтә төр мәсьәләләр ҡараласаҡ, шулай уҡ ауылдағы социаль-иҡтисади сәйәсәттең төп проблемалары тикшереләсәк.

Форумдың тәүге көнөндә төрлө майҙансыҡтарҙа биш түңәрәк өҫтәл ойоштороу планлаштырылған. Шулай итеп, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше һәм агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү», «Ауылда бәләкәй хужалыҡ формаларын һәм кооперацияны үҫтереү» кеүек темалар тикшереләсәк. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бинаһында «Агросәнәғәт комплексын технологик яҡтан яңыртыу» һәм «Ауыл хужалығы страховкалауын үҫтереү» кеүек темаларға түңәрәк өҫтәлдәр үткәреләсәк. «Ауыл хужалығында ер мөнәсәбәттәрен көйләүгә бәйле хоҡуҡи мәсьәләләр» темаһы иһә БР Ауыл хужалығы министрлығында ҡараласаҡ.

Шишәмбе, 28 февралдә, Рәсәй ауыл хужалығы министры Елена Скрынник 2013-2020 йылдарға Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү дәүләт программаһы буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрергә тейеш.

Форумдың пленар ултырышы Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков ҡатнашлығында көндөң икенсе яртыһында Конгресс-холда үтәсәк. Форум аҙағында резолюция ҡабул ителәсәк.

Бөтә Рәсәй аграр форумы сиктәрендә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайындағы һәм Конгресс-холдағы күргәҙмәләрҙә Башҡортостан предприятиеларында етештерелгән тауарҙар экспозицияһы тәҡдим ителәсәк.