Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Темәс ауылында «Ҡурай-моңдар иленә сәйәхәт» тип аталған тамаша үтте

Йәмғиәт

Баймаҡ районының Темәс ауылы мәктәбендә «Ҡурай-моңдар иленә сәйәхәт» тип аталған театрлаштырылған тамаша үтте. Сараны «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо. Унда яҡынса 85 кеше, шул иҫәптән мәктәп уҡыусылары һәм «Ғилмияза» фольклор коллективы артистары ҡатнашты.

Тамаша барышында ҡатнашыусылар башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәте – йырҙар, бейеүҙәр, таҡмаҡтар, йомаҡтар, уйындар, милли костюмдар һәм биҙәүестәр менән танышты, тип хәбәр иттеләр «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенән.

Темәс урта мәктәбе етәкселеге тарихи-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәренә һәм «Ғилмияза» фольклор коллективы артистарына матур байрам өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бындай сараларҙы йышыраҡ үткәреүен һораны, сөнки улар йәш быуында әхлаҡлылыҡ һәм үҙ мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть