11 декабрь, Йәкшәмбе

27 февраль 2012 йыл, 10:59

2012 йылда Берҙәм дәүләт имтихандарын апрелдә тапшыра башлаясаҡтар

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы 2012 йылда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу срогын һәм расписаниеһын раҫланы. Ведомство бойороғо һәр фән буйынса имтихан оҙайлылығын, БДИ ваҡытында файҙаланыу рөхсәт ителгән өҫтәмә ҡорамалдар һәм материалдар исемлеген билдәләй.

Документҡа ярашлы, быйыл уҡыуын тамамлаған һәм аҡларлыҡ сәбәптәр буйынса төп ағымда имтихан тапшыра алмаған уҡыусылар өсөн БДИ 20 апрелдә рус теленән имтихан менән башланасаҡ. 23 апрелдә сит телдәр, география, химия һәм тарих буйынса БДИ үтәсәк. 26 апрелдә — математиканан, 2 майҙа информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, биология, йәмғиәтте өйрәнеү, әҙәбиәт һәм физика буйынса имтихандар үткәреләсәк. Әгәр кемдер эшен эшләп өлгөрмәһә йәки аҡларлыҡ сәбәптәр буйынса имтиханға килә алмаһа, бөтә фәндәр буйынса БДИ-ны 4 майҙа тапшыра аласаҡ.

Берҙәм дәүләт имтихандарының төп ағымы 28 майҙа информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, биология, тарих фәндәренән имтихандар менән башлана. 31 майҙа сығарылыш уҡыусылары рус теленән мотлаҡ имтихан тапшырһа, 4 июндә уларҙы – сит телдәр һәм химия, 7 июндә – математика буйынса икенсе мотлаҡ имтихан, 13 июндә — йәмғиәтте өйрәнеү, физика, 16 июндә география һәм әҙәбиәттән һынауҙар көтә. Һәр ваҡыттағыса, аҡларлыҡ сәбәптәр арҡаһында имтиханға килә алмаған йәки эшен эшләп өлгөрмәгән уҡыусылар өсөн резерв көндәр ҡаралған.

18 июнь — сит телдәр, йәмғиәтте өйрәнеү, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары; 19 июнь — география, химия, әҙәбиәт, тарих, физика; 20 июнь — рус теле; 21 июнь — математика.

Әгәр сығарылыш уҡыусылары рус теле йәки математиканан бирелгән Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн насар билдәләр алһа, уны ҡайтанан тапшыра ала: 31 майҙа — рус теле; 7 июндә — математика; 7-һендә — рус теле; 10 июлдә — математика; 16 июлдә — рус теле, математика.

Бынан алдағы йылдарҙа мәктәпте тамамлаған уҡыусылар һәм башланғыс йәки урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар БДИ-ны июлдә тапшыра ала:  7 июль — рус теле, химия, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары; 10 июль — математика, география, сит телдәр; 12 июль — йәмғиәтте өйрәнеү, әҙәбиәт, физика; 14 июль — биология, тарих; 16 июль — бөтә фәндәр буйынса (аҡларлыҡ сәбәптәр арҡаһында билдәләнгән ваҡытта айырым фәндәр буйынса БДИ тапшыра алмаған уҡыусылар өсөн).

Бөтә төбәктәрҙә лә Берҙәм дәүләм имтихандары урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 10-да башланасаҡ. Математика, физика, әҙәбиәт, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса берҙәм дәүләт имтихандарының оҙайлылығы — 4 сәғәт (240 минут); тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса — 3,5 сәғәт (210 минут); рус теле, биология, география, химия, сит телдәр буйынса 3 сәғәт (180 минут) тәшкил итәсәк. Үҙең менән аудиторияға линейка, программалап булмаған калькулятор һәм транспортир ғына алырға рөхсәт ителә.