4 декабрь, Йәкшәмбе

27 февраль 2012 йыл, 10:38

Рөстәм Хәмитов республиканың медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашты

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Өфөлә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда медицина хеҙмәткәрҙәренең йыйылышы үтте, унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Сара Медицина йәмәғәт ойошмалары лигаһын булдырыуға арналды, улар Башҡортостанда 20-нән ашыу. Президент табиптарҙан төп үҙәк булдырыу кәрәклеген дәлилләүҙе һораны һәм уларҙы асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы. Үҙ сиратында, Рөстәм Хәмитов медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙан файҙаланып, бер нисә көнүҙәк мәсьәләне билдәләне.

— Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһын яҡшыртыу темаһы өҫтөндә мин ярайһы уҡ күп эшләйем, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре, билдәле медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашам, төрлө конференция, семинарҙарҙа ҡатнашам һәм, етәксе булараҡ, был өлкәлә проблемаларҙың күп булыуын аңлайым. Ә ябай граджан күҙлегенән сығып ҡараһаң, улар тағы ла күберәк. Медицина ярҙамы күрһәтеү сифатына ялыуҙар көн дә тиерлек килеп тора. Көн һайын минең почтаға йә аҡса алыуҙарына, йә оҙон сираттарға, йә льгота менән ҡулланыусылар өсөн дарыуҙар булмауына ялыуҙар килә. Был өлкәлә ысынында ла системалы өҙөклөккә тап булдыҡ һәм айырым кешеләр ғәҙел рәүештә тейешле язаһын алды. Быға ышаныуы ла ауыр, әммә ҡайһы бер табиптарҙың рәхимһеҙ булыуына ла зарланыуҙар бар.

Рөстәм Зәки улы күп идара итеү ысулдарының уйланып етелмәгән булыуын иҫкә төшөрҙө һәм 6-сы дауахана поликлиникаһының ябылыуын миҫал итеп килтерҙе. Уның ҡарауы, 33-сө поликлиниканың яңы филиалы асылды.

— Коррупция ҙур проблема булып тора. Йыш ҡына төрлө процедураларға, шприцтарға, канцелярия тауарҙарына аҡса һорайҙар. Пациенттарҙы йыш ҡына тейешле дарыуханаларға ебәрәләр, ә унда дарыуҙар ҡиммәтерәк булып сыға. Табиптарҙың эш хаҡы түбән булыуын аңлайым, әлбиттә. Әммә бындай "һалымдарға" дусар булған кешеләр ҙә олигарх түгел. Торлаҡ файҙаланыу идаралығында ла, мәғариф учреждениеларында ла бындай тәжрибә күҙәтелә. Кеше судҡа бара икән – унда ла аҡса кәрәк, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә икән – унда ла шул уҡ хәл. 12-14 мең эш хаҡы алған ябай кешегә ҡайҙа барырға, бөтә ерҙә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулыҡ һаҡлау органдарында ла, аҡса кәрәк. Һеҙ был проблемаларҙы аңлайһығыҙ һәм үҙегеҙҙең һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында тәртип булдырырға тырышаһығыҙ.

Президент, "йыйылып киткән был проблемаларҙы дәүләт үҙе генә йырып сыға алмай, сөнки медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты мәсьәләләре киң йәмәғәтселектең ҡатнашлығын талап итә", тип билдәләне һәм идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлегенә контроллек итергә тейеш йорт комитеттарын миҫалға килтерҙе.

Президент медицина хеҙмәткәрҙәре алдына бер нисә бурыс ҡуйҙы, улар араһында – медицина йәмәғәт ойошмаларын бергә туплау, уларҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән үҙ-ара килешеп эш итеүе, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә закондар сығарыуҙа ҡатнашлыҡ күрһәтеү, сәләмәтлек мәҙәниәтен тәрбиәләү. "Минеңсә, табип – ул аң-белем таратыусы, тормошта дөрөҫ юл күрһәтеүсе кеше. Һәр беребеҙ аҡыллы табип менән осрашҡаны барҙыр, ул дарыуҙар биреп кенә ҡалмай, ә кешегә үҙ-үҙенә һәм тирә-яҡтағыларға ниндәй мөнәсәбәттә булырға кәрәклеген, һаулыҡ һаҡлау зарурлығын аңлата. Был табиптың айырыуса һыҙаты. Беҙ барыбыҙ ҙа тере йәндәр, күп һанлы сирлеләрҙән, ялыуҙарҙан арыйбыҙ. Минең дә эшем шулайыраҡ: унлаған, меңләгән кеше мөрәжәғәт итә, һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирергә, улар менән аралашырға тырышам. Һеҙҙән дә тырышыуығыҙҙы һорайым", — тип медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итте Президент.

Рөстәм Зәки улы йыйылышта сығыш яһаусы – Лиганы ойоштроусы кешеләрҙең береһе, Медицина технологиялары үҙәге етәксеһе Эльза Фазлыева һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов менән дә әүҙем аралашты. Улар, үҙ сиратында, буласаҡ ойошманың эшмәкәрлеге һәм юғары уҡыу йорттарында белем биреү өлкәһендәге проблемалар хаҡында һүҙ йөрөттө.