Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↑

EUR 69.47 ↓

25 июль, Шишәмбе

Уфа   °

БР Үҙәк һайлау комиссияһы 8-800-347-54-54 телефоны буйынса ҡыҙыу линия ойошторҙо

Сәйәсәт

2012 йылдың 27 февраленән Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы һайлаусылар менән «ҡыҙыу линия» ойоштора. 8-800-347-54-54 һандары аша күп каналлы телефонға бушлай шылтыратып, һайлаусылар бөтә һорауҙарына ла төплө яуап ала аласаҡ.

Ойоштороусылар тауыш биреү мәсьәләләре буйынса һайлаусылар һәм һайлау процесында ҡатнашыусы башҡа кешеләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙе төп маҡсаты итеп алған. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Башҡортостан ҡалалары һәм райондарындағы һайлау комиссиялары эшмәкәрлегенә бәйле һәр төрлө мәсьәләләр, тауыш биреү, күҙәтеүселәрҙең хоҡуҡи статусы тураһындағы теге йәки был мәғлүмәтте аныҡлау буйынса граждандар мөрәжәғәттәренә яуап бирәсәк.

Уҙған һайлауҙар осорондағы «ҡыҙыу линия» үткәреү тәжрибәһе уның һайлау процесында ҡатнашыусылар араһында ҙур һорау менән ҡулланыуын раҫлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтының төп порталында (http://www.bashkortostan.izbirkom.ru/) һайлаусыларға ярҙамға «Үҙ участкаңды тап» тип аталған махсус баннер ҡуйылған.

Эш көндәрендә «ҡыҙыу линия» — сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, ә 4 мартта иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть