8 декабрь, Кесе йома

24 февраль 2012 йыл, 17:19

Рәсәй тыуым күрһәткестәре буйынса Европала беренсе урында тора

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй тыуым кимәле буйынса, 2011 йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, Европала беренсе урынға сыҡты. Тыуым коэффициенты илдә бер мең кешегә 1,6 тәшкил итте. Сағыштырыу өсөн, 10 йыл элек ул ни бары 1,3 ине. Был хаҡта Өфөлә халыҡ менән осрашыу барышында Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев хәбәр итте.

Башҡортостанда һуңғы биш йыл эсендә тыуым йылына 42 мең сабыйҙан 55 меңгә артты. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика илдә — бишенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Ә Өфө бер нисә йыл дауамында, Мәскәү менән Санкт-Петербургтан тыш, халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелгән илдәге берҙән-бер миллионлы ҡала һанала.

Әммә тыуым артыуы менән бер рәттән Рәсәйҙә үлем осраҡтарының да артыуы күҙәтелә. Был дөйөм демографик хәлгә кире йоғонто яһай.

Павел Качкаев шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһенең федераль кимәлдә хәл ителеүе хаҡында һөйләне. Һуңғы йылдарҙа илдә 202 мең ветерандың торлаҡ мәсьәләһе хәл ителгән. Был маҡсаттарға яҡынса 300 миллиард һум тотонолған. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә торлаҡ алыуға сиратта йәнә 43 мең ветеран тора. Уларҙың һәр береһенең был проблемаһы 2012 йыл дауамында хәл ителәсәк.