Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

ӨДАТУ Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажы менән бәйләнешкә сығасаҡ

Йәмғиәт

Шәмбе, 25 февралдә, Өфө дәүләт авиация техник университетының телекоммуникацион системалар кафедраһы нигеҙендә эшләүсе Йыһандан мәғлүмәт ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәгендә «ӨДАТУ – Халыҡ-ара йыһан станцияһы» тип аталған радиобәйләнеш ойоштороласаҡ.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, сарала университет студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашасаҡ. Бәйләнеш «һорау-яуап» форматында үтәсәк, Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажына биреләсәк һорауҙар конкурс нигеҙендә һайлап алынды. Бәйге студенттарҙың «Инфокосмос» конструкторҙар бюроһы менән ойошторолғайны.

Сара 20 сәғәттә 6-сы корпуста, 406-сы бүлмәлә башланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть