5 декабрь, Дүшәмбе

24 февраль 2012 йыл, 15:59

Шәхси балалар баҡсалары дәүләт мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары менән бер рәттән бюджеттан аҡса аласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Дәүләт мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары кеүек үк, коммерция мәктәптәре һәм балалар баҡсалары субсидия алыуға хоҡуҡлы булды. «Мәғариф тураһында»ғы Федераль законға тейешле үҙгәрештәрҙе Дәүләт Думаһы депутаттары ошо көндәрҙә ҡабул итте. Был хаҡта Өфөлә халыҡ менән осрашыу барышында Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев хәбәр итте.

Әгәр бығаса дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларының төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан аҡсалата ярҙам алыуға хоҡуғы булмаһа, хәҙер закон кимәлендә, федераль дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы, граждандарҙы бындай мәғариф учреждениеларында уҡытыуға дәүләт булышлыҡ итергә тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай ярҙам мәктәптә уҡыусы бер балаға – йылына 22 мең һум, балалар баҡсаһына йөрөүсе бер балаға айына 2,5 мең һум аҡса түләүҙән ғибәрәт.

Павел Качкаев һүҙҙәренсә, Өфөлә әлеге ваҡытта рәсми рәүештә теркәлгән дәүләткә ҡарамаған дүрт мәктәп һәм ете балалар баҡсаһы эшләй. Уларҙың барыһы ла бындай ярҙам аласаҡ. Бынан тыш, депутат фекеренсә, бындай закон ҡабул итеү Өфөлә киләсәктә шәхси балалар баҡсаларының күпләп асыла башлауына булышлыҡ итәсәк. Ысынында иһә уларҙың һаны былай ҙа күп – 20-25 тирәһе. Тик улар рәсми рәүештә теркәлмәгән. Дотация алыу мөмкинлеге булдырылғас, Павел Качкаев иҫәпләүенсә, улар «күләгәнән» сығып, закон нигеҙендә эшләй башлаясаҡ.