6 декабрь, Шишәмбе

24 февраль 2012 йыл, 15:16

Баш ҡалала 33-сө поликлиниканың яңы филиалы асылды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Өфөнөң 33-сө поликлиникаһы Парк урамы, 8 адресы буйынса яңы филиалын асты, ул 30 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән.

— 30 меңгә яҡын пациенттарыбыҙҙың 10 меңдән ашыуы – пенсионерҙар, — тине филиалдың баш табибы Эльза Сыртланова. – Дауалау учреждениеһы бер сменаға 400 кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Штатта – 25 табип. 12 терапия бүлексәһенән тыш, бында офтальмолог, отоларинголог, хирург, невролог,  эндокринолог, эндоскопист бүлмәләре лә йыһазландырылған. Бынан тыш, филиалда физиотерапия бүлеге эшләйәсәк, физкультура дәрестәре ойоштороласаҡ, йәғни пациенттар дауалауҙың барлыҡ төп йүнәлештәре буйынса хеҙмәтләндереләсәк.

Филиал кәрәкле компьютер техникаһы менән йыһазландырылған. Табипҡа күренеү өсөн телефон аша ла, шулай уҡ интернет ярҙамында ла яҙылырға була.

Социаль әһәмиәтле объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фидус Ямалетдинов, БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.

Дауалау учреждениеһы элекке магазин бинаһында урынлашҡан. Уға капиталь ремонт үткәреү һәм ҡайтанан планлаштырыуға ҡала бюджетынан 24 миллион һум аҡса бүленгән.

Яңы бүлек – 33-сө ҡала поликлиникаһының алтынсы филиалы. Дауалау учреждениеһы дүшәмбе, 27 февралдә эшләй башлаясаҡ.