8 декабрь, Кесе йома

24 февраль 2012 йыл, 13:40

Эльвира Хәйретдинова: «Башҡортостан алкоголизмға ҡаршы көрәш буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә»

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан алкоголизмға ҡаршы көрәш буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының баш белгес-эксперты Эльвира Хәйретдинова хәбәр итте. Ул Мәскәүгә алкоголизмға ҡаршы көрәш буйынса Конгресҡа барып ҡайтҡандан һуң, үҙенең тәҫьораттары менән бүлеште.  

Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы башҡа власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары менән берлектә күптән инде ағартыу эшмәкәрлеген генә түгел, йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса ла практик эш алып бара.

— Бөтә Рәсәй Конгресында беҙҙең республика алкоголизмға ҡаршы көрәш һәм сәләмәт торомошто пропагандалау буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе булараҡ билдәләнде, — тип һөйләне Эльвира Хәйретдинова «Башинформ» агентлығына. – Рәсәй Федерацияһы субъекттарына күҙәтеү яһаған билдәле Владимир Жданов Башҡортостандың был йәһәттән көслө төбәктәрҙең береһе булыуын билдәләне. Быны ишетеү ҡыуаныслы булды.

Билдәләп үтергә кәрәк, форумда Башҡортостан делегаттары «Айыҡ ауыл» проектын тәҡдим итте, ул Конгреста ҡатнашыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

— Киләсәктә Конгресты ойоштороусылар тарафынан ебәрелгән сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән фильмдарҙы күрһәтергә планлаштырабыҙ, — тип хәбәр итте Эльвира Хәйретдинова. – Был фильмдарҙы мәктәптәрҙә, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында күрһәтеү маҡсатында Мәғариф министрлығы менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ был мәсьәлә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, йәмғиәт белеме дәрестәрендә лә тикшереләсәк.