10 декабрь, Шәмбе

24 февраль 2012 йыл, 12:52

Өфөлә Масленица байрамы билдәләнәсәк

автор: Любовь Колоколова

Йәкшәмбе, 26 февралдә, Өфөнөң Орджоникидзе районында Масленица байрамы үтәсәк.

Сара сиктәрендә һырғалаҡ, бильярд залы, пейнтбол тиры эшләйәсәк. Бер нисә тематик майҙансыҡ асыласаҡ.

Орджоникидзе районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам программаһы сараларға бай буласаҡ. Унда театрлаштырылған тамашалар, райондың Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәге коллективтарының концерты, бейеү-уйын программаһы ҡаралған.

Байрам 14.00 сәғәттә башлана.