9 декабрь, Йома

24 февраль 2012 йыл, 12:25

Башҡортостандан ике йөҙгә яҡын кеше Владимир Путинды яҡлаусылар митингыһында ҡатнашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

23 февралдә Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путинды яҡлаусы йөҙ меңгә яҡын кеше «Лужники» стадионында йыйылды.

Хөкүмәт башлығына ярҙам йөҙөнән Мәскәүгә илдең һикһән төбәгенән делегаттар – дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты, сәнәғәт предприятиелары, йәмәғәт һәм профсоюз ойошмалары вәкилдәре, социаль, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләре хеҙмәткәрҙәре, студенттар килде.

Башҡортостандан ике йөҙгә яҡын кеше булды.

Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында белем алыусы Нәйлә Ғәйнанова һүҙҙәренсә, ул митингыға үҙе теләп барған, сөнки Владимир Путин алып барған сәйәсәткә тулыһынса ышана.

— Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путинға ярҙам йөҙөнән йөҙ меңдән ашыу кешенең бында килеүе халыҡтың уға ышанғанын иҫбатлай. Бөгөнгө көнгә унан да лайыҡлыраҡ кандидат юҡ. Башҡа бер дәғүә итеүсе лә илгә кәрәкле тотороҡлоҡто булдыра алмаясаҡ, — тип иҫәпләй «Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Азат Саҙрыев.

Рәсәй Президентына кандидатты яҡларға Дәүләт Йыйылышы рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов, «Йәш Гвардия» вәкилдәре лә килде.

Йыйылыш 13.00 сәғәткә билдәләнһә лә, халыҡ бер нисә сәғәт алдан уҡ йыйыла башланы. Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһағандан һуң, Владимир Путинды яҡлап билдәле музыканттар, сәйәсмәндәр, алып барыусылар, профсоюз лидерҙары үҙҙәренең фекере менән бүлеште.

Бынан һуң Владимир Путин үҙе сығыш яһаны. Ул барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

— Яҡлауығыҙ өсөн рәхмәт! Һеҙҙең һәр берегеҙҙе ҡосаҡлап, һәр кемеггеҙҙең ҡулын ҡыҫа алмайым, әммә мин барыһын да күреп торам һәм яҡлауығыҙ өсөн, әхлаҡи ярҙамығыҙ өсөн, һәр тауышығыҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Рәсәй өсөн көрәш дауам итә. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! – тине премьер, үҙенең күп һанлы яҡлаусыларына мөрәжәғәт итеп.