4 декабрь, Йәкшәмбе

22 февраль 2012 йыл, 18:24

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһының Иҡтисади стратегиялар институты директоры Александр Агеев менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

22 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы Иҡтисади стратегиялар институтының генераль директоры, иҡтисад фәндәре докторы Александр Агеев менән осрашты. Осрашыу барышында республиканы иҡтисади йәһәттән үҫтереү перспективалары тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡунаҡтың, республика Президенты ҡатмарлы холоҡло кешеме, тигән һорауына яуап биреп, Рөстәм Хәмитов бөгөнгө тормошта булған барлыҡ нескәлектәрҙе лә күҙ уңында тоторға тырышыуы хаҡында әйтте.

— Әммә тәбиғәтем менән мин асыҡ йөҙлө, ихлас кешемен. Һәм был йәһәттән үҙем менән бер ни ҙә эшләй алмайым. Үҙемде ҡатмарлы холоҡло тип әйтә алмайым. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә маҡсаттарына ярашлы күп тапҡыр үҙенең ҡарашын үҙгәрткән, дуҫтарын инҡар итеп, үҙенә иптәштәрҙе кисәге дошмандары араһынан тапҡан кешене ҡатмарлы холоҡло тип атар инем. Мин улай эшләй алмайым, — тине республика башлығы.

Республика Президентының эшләү стиленә ниндәй өс үҙенсәлек хас, тигән һорауға Рөстәм Хәмитов киләһесә яуап бирҙе:

— Мин бер генә үҙенсәлекте атар инем: системалы эшләү. Мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ошо күҙлектән сығып эш итергә тырышам. Сәбәбен аңларға, хәлде асыҡларға теләйем. Ниндәй ҙә булһа проблема хаҡында һүҙ барһа, унан сығыу юлдарын билдәләп, улар араһынан оптималь булғанын һайлап алып, артабан алға табан барырға тырышам.

Александр Агеевтың, республика менән идара итеү системаһының бөгөнгө хәлен нисек баһалайһығыҙ, тигән һорауына Рөстәм Хәмитов былай тип яуап бирҙе:

— Миңә «мираҫ булып ҡалған» структураға ғына таяна алам. Һәм, әлбиттә, ул хәл мин булдырырға теләгән хәлдән ныҡ айырыла. Тәү сиратта айырма шунда: ул ваҡытта ҡарарҙар эмоцияларға таянып ҡабул ителгән. Был эмоционаллек, бер яҡтан, ыңғай мәғәнәгә эйә булһа, күпселек йәһәттән ул иҡтисади һөҙөмтәлелеккә алып килмәгән.