9 декабрь, Йома

22 февраль 2012 йыл, 17:21

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе өлкән синыф уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев төбәктең мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Башҡортостандың биш районынан (Кушнаренко, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Иглин, Шишмә) 70-тән ашыу уҡыусы 22 февралдә парламенттың пленар ултырышында ҡатнашты. Бынан һуң улар төбәктең Дәүләт Йыйылышы рәйесе менән аралашты.

Константин Толкачев мәктәп уҡыусыларына Башҡортостанда закондар сығарыу органын булдырыу тарихы, уның үҫеше һәм камиллаштырылыуы тураһында һөйләне. Депутат, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының бер нисә закондар сығарыу инициативаһы Дәүләт Думаһы депутаттары менән хупланды һәм федераль закон статусына эйә булды, тип хәбәр итте.

— Дәүләт Йыйылышының төп бурысы һеҙгә таныш, был закондар ҡабул итеү, — тип билдәләне Константин Толкачев. – Республикала булған барлыҡ закондар беҙҙең парламент менән ҡабул ителгән. Закондарҙың сифаты, уларҙың тормошҡа ашырылыуы юғары закондар сығарыу органы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенән тора. Беҙ закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғына эйә. Йыл һайын яҡынса 15-18 закондар сығарыу инициативаһын Дәүләт Думаһына ебәрәбеҙ. Закондар сығарыу инициативаһы йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе ғәмәлдәге норматив хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү теләге менән бәйле. Айырым тәҡдимдәребеҙ закон статусын ала.

Артабан аралашыу «һорау-яуап» форматында үтте. Бер сәғәт дауамында Константин Толкачев 20-гә яҡын һорауға яуап бирҙе.

Башҡортостан парламенты спикерының йәш быуын вәкилдәре менән осрашыуы матур йолаға әүерелде, тип әйтергә лә була. Өлкән синыф уҡыусылары менән осрашыуҙар бер йыл элек ойошторола башланы.