11 декабрь, Йәкшәмбе

22 февраль 2012 йыл, 16:22

Йыл эсендә Өфөнөң балалар баҡсаларында урындар һаны 1035-кә артты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Үткән йылда Өфөлә биш балалар баҡсаһы төҙөлдө һәм сафҡа индерелде. Был «Ҡариҙел» биҫтәһендәге 80 урынлыҡ, Инорстағы 155 урынлыҡ, Дим биҫтәһендәге 200 урынлыҡ һәм Сипайловолағы 170 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы.

Шулай уҡ Октябрь проспекты, 78/1, Герцен урамы, 14 һәм Беренсе май урамы, 6б адрестары буйынса урынлашҡан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына капиталь ремонт эшләнде, тип хәбәр итте Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Сәғитов.

Шулай итеп, үткән йыл эсендә Башҡортостан баш ҡалаһының балалар баҡсаларында урындар һаны 1035-кә артты.

— Балалар баҡсаларын төҙөү, уларға капиталь ремонт эшләү һәм кире ҡайтарыу буйынса эштәр быйыл тағы ла күберәк күләмдә башҡарыласаҡ. Алдағы ваҡытта Черниковская, 34 адресы буйынса урынлашҡан 220 урынлыҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлөп бөтәсәк, — тине матбуғат конференцияһында Ринат Сәғитов. – «Төньяҡ-көнбайыш Затон», «Колгуевский», «Сипайлово-7», «Сипайлово-2» биҫтәләрендә балалар баҡсаларын төҙөү буйынса эштәр башҡарыла.

Бынан тыш, «Көньяҡ», «Сипайлово-4», «Шакша-5», «Инорс-7», «Дим-8» биҫтәләрендә балалар баҡсалары төҙөлә башлаясаҡ. Шулай уҡ ҡаланың төрлө райондарында йәнә алты балалар баҡсаһын проектлау буйынса эш башлау планлаштырыла.