7 декабрь, Шаршамбы

22 февраль 2012 йыл, 15:29

БашДУ студенттары бөтә Рәсәй онлайн-осрашыуында ҡатнашасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Йома, 24 февралдә, онлайн-осрашыу ойоштороласаҡ. Унда Рәсәйҙең дүрт юғары уҡыу йорто – Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Санкт-Петербург дәүләт университеты, Төньяҡ (Арктика) федераль университеты һәм Башҡорт дәүләт университетынан студенттар, аспиранттар һәм йәш ғалмдар ҡатнашасаҡ.

Ойоштороусылар фекеренсә, онлайн-осрашыу студенттарҙы борсоған һорауҙар буйынса фекер алышыу мөмкинлеген бирә. Һорауҙар араһында — «Мәғариф тураһында»ғы яңы закон һәм «Студенттар үҙидараһы тураһында»ғы закон проекты. Шулай уҡ сара Рәсәй студенттары үҙидараһы органдары өсөн проблемалы яҡтарҙы асыҡларға мөмкинлек бирәсәк.

Ҡатнашыусылар www.ssu.timepad.ru сайтында теркәлә ала.

Сара БашДУ-ның физика-математика корпусында, 4-се ҡатта, 400-сө бүлмәлә үтәсәк. Башлана 18 сәғәттә.