9 декабрь, Йома

22 февраль 2012 йыл, 14:50

Хәйбулла районында ветерандарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

автор: Марина Шумилова

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын тәбрикләү тантанаһы үтте. Унда район етәкселеге, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ветерандар ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

— Ватан хаҡына күрһәткән хеҙмәтегеҙ һуңғы хәрби хеҙмәт булһын, беҙҙең егеттәр тыныс илдә, тыныс шарттарҙа хеҙмәт итһен, әсәләребеҙ һәм ҡатындарыбыҙ башҡаса иламаһын, ә балаларыбыҙ етем булып үҫмәһен, — тине Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәйруллин ветерандарға мөрәжәғәт итеп. – Һуғыш йылдарының барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ иңегеҙҙә татып, еңеп сыҡҡанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ.

Сара сиктәрендә ветерандар өсөн музыкаль-тематик композиция ойошторолдо, бүләктәр тапшырылды.