Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса дөйөм Рәсәй митингыһында йөҙҙән ашыу Башҡортостан вәкиле ҡатнашасаҡ

Сәйәсәт

22 февралдә Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса дөйөм Рәсәй митингыһында ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә Башҡортостандан делегация йүнәлде. Сара 23 февралдә үтәсәк.

Халыҡ фронты, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре, студенттар, республиканың төрлә ҡала һәм райондарынан эшсе йәштәр – йәмғеһе йөҙҙән ашыу кеше Мәскәүгә бөгөн иртәнсәк юлланды.

Акцияла ҡатнашасаҡ кешеләрҙең һүҙҙәренсә, уларҙың барыһы ла митингыға үҙҙәре теләп һәм үҙ аҡсаларына бара.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса митинг Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Мәскәү ваҡыты менән 13-14 сәғәттәрҙә үтәсәк. Сарала йөҙ меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть