11 декабрь, Йәкшәмбе

22 февраль 2012 йыл, 13:50

Республикаға 2012 йылда мәғарифты яңыртыуға 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк

автор: Эльмира Сабирова

2012 йылда Башҡортостандың дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу буйынса сараларға федераль үҙәк 2 миллиард 133 миллион һум аҡса бүләсәк. Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР мәғариф министры урынбаҫары Марат Шмаков хәбәр итте.

— Республика ҡушып финанслау тәртибендә 142 миллион 217 мең һум өҫтәйәсәк, — тип билдәләне министр урынбаҫары.

Был средстволар төрлө ҡорамалдар, уҡыусыларҙы ташыу өсөн транспорт алыуға, мәктәп китапханаларын тулыландарыуға, мәктәп инфраструктураһын үҫтереүгә, мәғариф учреждениелары етәкселәренең һәм уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүгә, ситтән тороп уҡытыуҙы ойоштороуға йүнәлтеләсәк.

Әйткәндәй, 2012 йылда республика 121 мәктәптә капиталь ремонт үткәреүгә 507,4 миллион һум күләмендә аҡса аласаҡ.

2012 йылда мәғарифты яңыртыу программаһын финанслау күләме былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. 2011 йылда Республика 712 миллион һум аҡса алғайны.

Федераль аҡсалар Башҡортостанға 1 мартҡа тиклем йүнәлтелергә тейеш.