8 декабрь, Кесе йома

22 февраль 2012 йыл, 11:14

Өфөлә республика парламентының пленар ултырышы үтә

автор: Людмила Терновая

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 48-се ултырышы башланды.

Депутаттар яҡынса 35 һорау ҡарарға планлаштыра. Уларҙың егерменән ашыуы – республика закон проекттары. Унға яҡын проект тикшереү һөҙөмтәләре буйынса закон статусын алырға тейеш. Улар араһында — «Башҡортостан Республикаһының референдумдар тураһындағы закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законының 2-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында», «Мәғариф тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» БР закон проекттары. Шулай уҡ яҡынса ун республика закон проектын БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары тәүгә ҡараясаҡ. «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты статусы тураһында», «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү тураһында» БР закондарын үҙгәртеүгә бәйле закон проекттары улар иҫәбендә.

Республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында депутаттар раҫланған көн тәртибе сиктәрендә 2011 йыл өсөн Башҡортостанда хоҡуҡ тәртибенең торошо, шулай уҡ үткән йыл өсөн төбәктең Контроль-иҫәп палатаһы эшмәкәрлеге хаҡында отчеттар менән таныштырасаҡ.

Бынан тыш, ете федераль закон проектын ҡарау планлаштырыла.