8 декабрь, Кесе йома

22 февраль 2012 йыл, 10:52

Дүртөйлө районында Башҡортостан Ректорҙар советының күсмә ултырышы үтте

автор: Наил Мәһәҙиев

Дүртөйлө районында Башҡортостан Ректорҙар советының сираттағы күсмә ултырышы үтте. Республиканың юғары уҡыу йорттары етәкселәре менән осрашыуға уҡытыусылар, мәктәп уҡыусыларының һәм студенттарҙың ата-әсәләре килде.

Сараны Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры, Ректорҙар советы етәксеһе Морат Ғөзәйеров асты. Ул иғтибарын һөнәри йүнәлеш биреү мәсьәләләренә йүнәлтте, шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларҙы ӨДАТУ эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре менән таныштырҙы. Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин вузда булған һөнәри йүнәлештәр тураһында һөйләне, инглиз телен өйрәнеүҙең һәм беренсе курс студенттары өсөн тест үткәреүҙең әһәмиәтен билдәләне. Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов төбәккә агросәнәғәт комплексы белгестәре кәрәк булыуы хаҡында әйтте. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин йәш быуынға тәрбиә биреү, ата-әсәләрҙең яуаплылыҡ тойғоһон арттырыу, студенттарҙы уҡытыуҙа һәм уларға тәрбиә биреүҙә вуз һәм ата-әсәләр араһында бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләренә иғтибарын йүнәлтте.

Владимир Путиндың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе булараҡ Раил Әсәҙуллин барыһын да 4 мартта үтәсәк һайлаҙарҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Юғары уҡыу йорто ректорҙары уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Сара аҙағында Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллин бындай осрашыуҙарҙы даими рәүештә үткәреп торорға тәҡдим итте.