Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Учалы районында ветерандарға торлаҡ сертификаттары тапшырылды

Сәйәсәт

Учалы районы хакимиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларҙың тол ҡатындарына торлаҡ һатып алыуға социаль түләү тураһындағы таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы үтте. 13 миллион һум дөйөм суммаға торлаҡ сертификаттарын 13 кеше – дүрт Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм ветерандарҙың тол ҡалған туғыҙ ҡатыны алды. Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ветерандарға Ватанға булған тоғролоғо, ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн рәхмәтен белдерҙе, етеп килгән байрам менән ҡотланы.

Хакимиәт башлығы тейешле органдарға ветерандарға кәрәкле ҡағыҙҙар туплау йәки алыу йәһәтенән ярҙам итергә ҡушты.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Геннадий Дмитриевич Кулюшин Поляковка ауылында йәшәй, биргән аҡсаға ул ҡаланан уңайлы фатир һатып алырға уйлай. Сулпан Нурмөхәмәт ҡыҙы Күсербаева өсөн дә туғандары бик шат. Сулпан Нурмөхәмәт ҡыҙына 86 йәш, ул – тол ҡатын, һуғыш ваҡытында тылда эшләгән. Уның дүрт балаһы, алты ейәне һәм туғыҙ бүләһе бар. Балалары сертификатҡа үҙ аҡсаларын ҡушып, әсәләренә яңы йорттан ике бүлмәле фатир алмаҡсы.

2011 йылда Учалы районында торлаҡ сертификаттарын 13 миллион һумдан ашыу суммаға 13 ветеран алған. Дөйөм алғанда «Һуғыш һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында»ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу барышында Учалыла 77 миллион һумдан ашыу суммаға 77 ветеранға сертификаттар тапшырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть