Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Киләсәк дәүләте: сәйәси-хоҡуҡи аспект» халыҡ-ара форумы үтәсәк

Йәмғиәт

«Киләсәк дәүләте: сәйәси-хоҡуҡи аспект» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы шаршамбы, 22 февралдә, Өфө дәүләт нефть техник университетында үтәсәк.

Форумда ҡатнашыусылар – сәйәсмәндәр һәм юристар дәүләт менән йәмғиәттең үҙ-ара килешеп эш итеү тәжрибәһен, шулай уҡ бөгөнгө заманда дәүләтселек торошон һәм уны үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерәсәк, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.

Конференция сиктәрендә политология һәм хоҡуҡ фәне буйынса секциялар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, О.Е.Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик академияһы менән телекүпер үткәреләсәк.

Ойоштороусылар был темаға конференцияны йыл һайын үткәрмәксе. Уларҙың фекеренсә, бындай интеллектуаль майҙансыҡ ғалимдарға тәжрибә һәм белем уртаҡлашыу өсөн генә түгел, дәүләттең социаль үҫеш йылдамлығын тикшереү, граждандар аңындағы социаль әһәмиәтле проблемаларға баһа биреү өсөн дә кәрәк.

Форумды ойоштороусылар булып Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты һәм Бөтә Рәсәй студенттары союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сығыш яһай.

Сара Космонавтар урамы, 1 (ӨДНТУ-ның 1-се уҡыу корпусы) адресы буйынса үтәсәк. Башлана 10.15 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть